<Йыр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 22-24.
Записано студентками БашГУ Магасумовой Анузой Габитовной и Харисовой Альфой Рамазановной от Султанмуратовой Хафизы ... (1897).

<Йыр>

Күгәрсен районы Бикбулат ауылында йәшәүсе Солтанморатова Хафиза......... (1897) ҡыҙы тарафынан БДУ студенттәре Магасумова Әнүзә Ғабит ҡыҙы һәм Харисова Альфа Рамазан ҡыҙы тарафынан яҙылып алынды.

Сәхрәләргә сығып йөрөгәндә
Сәскәләр ҡаҙаманым
Сөнки йәшлегемдән артыҡ
Сәскәләр таба алманым.

Иртән генә елләр иҫә телеп
Иртән генә елләр беҙгә ҡағылмаҫ.
Үтеп кенә киткән йәш ғүмерләр
Һатып алам тиһәң табылмаҫ.

Уйлайым да, дуҫтар, әй уйлайым
Уй эсенә кәбән ҡоймайым
Уй эсенә кәбән ҡоймайым да
Уй хәсрәтемде ҡайҙа ҡуяйым?

Дуҫ-иштәрем һеҙгә ни кәрәк?
Кәрәк һеҙгә аттың ҡашҡаһы.
Кәрәкмей ҙә аттың ҡашҡаһы,
Сабит баласынан башҡаһы.

Минең генә бабай үлеп киткән.
Ҡуйылмаған. Ятҡан еркәйләре быяла.
Йырла ғына, йырла тиһеғеҙҙә,
Йырлар инем йөҙөм ояла.

Кесейекәй буйы бүтәгә,
Ат аяҡайҙарын күтәрә.
Эскенәйем бошоп йөрөгәндә,
Бер йырлаһам күңел күтәрә.

Ишәй генә тауы исемле тау,
Араһынан аға Кесейек.
Кесейекәй тигән матур һыуҙы
Ҡәҙерен генә белеп эсәйек.

Ат аяҡайлары алаяҡ
Алтын-көмөш биреп алайыҡ.
Был донъялар беҙгә фани донъя
Ҡәҙерләрен белеп ҡалайыҡ.

Сәхрәләргә сығып күп йөрөнөм,
Бер бөрлөгән өҙөп ҡапманым.
Туфыраҡлар күмгән, үлән үҫкән
Ҡәберләрен эҙләп тапманым.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.90 (дата обращения: 25.06.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8