<Йыр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Сазово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 33-36.
Записано К.Саитбатталовой, Г.Мифтаховой, Б.Хусаиновым от Юлдашбаевой Набиры (75 лет).

<Йыр>

Саҙалы ауылы, Юлдашбаева Нәбирә. 75 йәш. К. Сәитбатталова, Ғ. Мифтахова, Б. Хөсәйеновтар яҙып алдылар.

Ағиҙелкәйҙәрҙе кискәндә
Бер йырланым ишкәндә
Йырлау ғына түгел бер иларһың
Үткән ғүмерең иҫкә төшкәндә.

Һыҙлап ауырый минең билдәрем
Ебәк билбау быуған ерҙәрем
Күк сәсәгем башын һыйпай-һыйпай
Ятып ҡалды йөрөгән юлдарым.

Иртәнсәкәй тороп тышҡа сыҡһам
Ағас башҡайҙары шеш кеүек.
Үткән ғүмерҙәрҙе уйлап торһаң
Йоҡоларҙа торған төш кеүек.

Ян тәҙерәкәйем төбөндә
Ятып ҡалды теккән үңерем
Умырзая ҡалай, мин дә шулай
Заяға үтте зауҡы ғүмерем.

Оло Һүрәм буйы матурлана
Таңғы ысыҡ менән парланып
Күҙ йәштәрем менән аламайым
Күкрәктәрем илай зарланып.

Иртәнсәкәй тороп һыуға барҙым
Берләм генә ҡара юл буйлап
Зиһенһеҙ ҙә бала түгел инем
Зиһенһеҙ ҙә булдым күпте уйлап.

Анау ғына тауҙың башында
Ҡойроҡҡайын төйгән һор юрға
Ҡәҙерләрен белеп көтһәң генә
Сәхрә булып ҡала был донъя.

Ике генә егет юлға сыҡты
Ике аҡса беҙгә файҙа тип
Бара ла ғына торғас серләштеләр
Илаһи тәҡдир беҙгә ҡайҙа тип.

Анау ғына тауҙың башында
Аҡбуҙ атҡайымдың төйәкәйе
Утҡа ла ғына инмәй, һыуға батмай
Ир-егеткәйҙәрҙең төйәкәйе.

Сәхрәләргә сығып йөрөгән саҡта
Кир туратым килде ғашыма
Көфөрселек менән еттеме икән
Күп ҡайғылар төштө башыма.

Аҡ ҡылған да менән аҡ салғымды
һелтәй-һелтәй талды беләкәйем,
Үткән ғүмеркәйҙәре иҫкә төшһә
Өҙөлөп-өҙөлөп зарыға йөрәккәйем.

Анау ғына тауҙың башына
Аҡ ҡылғандан кәбән кем ҡойған
Эзәлдәрҙе йөрөп кемдәр йыйған
Тыуған илкәйенән кем туйған.

Ялан ғына бүтәгә
Аҡ тояҡайҙарын күтәрә
Был йөрәкәйҙәргә ниндәй үпкә
Күп хәсрәттәрҙе күтәрә.

Ялан ғына ерҙең межаһы
Тубылғы ла уның убаһы
Аҡ ҡарсыға кеүек түшләр киреп
Көтә алманым фани донъяны.

Эйек кенә буйы һал икән
Һал бәйләгән ҡоба тал икән
Был донъялар беҙгә фани икән
Фани булғанға ла ҡала икән.

"Улыма"

(Герман һуғышында үлгән улына үҙе сығарған)

Мендем дә генә тауҙың башына
Ултырып ялдар иттем ташына
Герман пуляләре тейҙеме микән
Балаҡайымдың ғәзиз башына.

Уф, үлде, тип килеп торҙом
Таңғы йоҡоларҙан уянып.
Балаҡайымдың ғәзиз башҡайы
Яттымы икән ҡанға буялып.

Бар ауыл да юлы машина юлы
Һепереп алыр инем саңы юҡ
Кәүҙәләрен барып алыр инем
Йән ҡушыусылары тағы юҡ.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.95 (дата обращения: 29.05.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8