<Йыр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Ибраево.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 36-37.
Записано В. Хусаиновым, К. Саитбатталовой, Г. Мифтаховой от Хасановой Зензибии (72 года).

<Йыр>

Байдәүләт сельсовете, Ибрай ауылы Хәсәнова Зәнзибия инәйҙән яҙып алынды. 72 йәш. В. Хөсәинов, К. Сәитбатталова, Ғ. Мифтахова яҙып алдылар.

Баҫҡыстарға менеп ай ҡараһам
Күренмәҫ микән Мәскәү ҡалаһы
Ҡысҡырып та ғына бер йырлаһам
Килмәҫ микән йәшлек заманы.

Һүрәм генә буйын буйлайым,
Һүрәм һыуҡайҙарын һыуланым
Йырлай ҙа ғына белеп йырламайым
Һеҙ, дуҫ-иштәр өсөн йырлайым.

Һауаларҙан осҡан ай төйлөгән
Ҡанат осҡайҙары ҡыйылған
Донъялар ҙа теүәл, һис ҡайғы юҡ.
Барлыҡ дуҫтар бергә йыйылған.

Һауаларҙа осҡан һар микән
Аяҡайҙарын күргән мар микән
Яҡты көн тигән ай асылып
Рәхәт күрер көндәр бармы икән?

Һандуғасҡай һайрай һаҙлыҡта
Һаҙлыҡ та ғына түгел таллыҡта
Совет власкәйе ай асылғас,
Үтә лә генә ғүмер шатлыҡта.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.96 (дата обращения: 21.10.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8