<Йыр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Сазово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 37-38.
Записано Саитбатталовой, Мифтаховой, Хусаиновым В. от Татлыбаевой (60 лет).

<Йыр>

Саҙалы ауылы. Татлыбаеванан яҙып алынды, 60 йәш. Сәитбатталова, Мифтахова, Хөсәйенов В. тарафынан яҙылып алынды.

Меңгән генә атым сылт ерән,
Кейгән кейемегеҙ күк елән.
Алыҫ ҡына ерҙе яҡын күреп,
Эҙләп килгәнһегеҙ күп ерҙән.

Менгән генә атым елеүҙәре
Ер бауарлап осҡан ҡош кеуек
Һеҙгә минең йырлап ултырыуым
Үткән кисте күргән төш кеүек.

Ирәндекәй тауҙың ай бүреһе
Күк һыртлы ла була күбеһе
Килгәнһегеҙ миңә йырың күп тип
Иҫкә төшмәй икән күбеһе.

Туңәрәкәй ҡыуаҡ башы ыуаҡ
Баҡсаларҙа үҫкән гөл кеүек.
Йәш ваҡытҡайҙарҙың бел ҡәҙерен
Ҡибалаларҙан иҫкән ел кеүек.

Һүрәле генә буйы ай ҡондоҙлоҡ
Ай-һай, дуҫтар минең яңғыҙлыҡ
Яңғыҙлыктан ятып үлгән юҡ
Йыр йырлауға махы биргән юҡ.

Күк ҡарсыға булып ҡулға ҡунып
Йөрөһәң ине йылға буйында
Хаҡ әүлиә булып белһәң ине
Ни бар икән уның уйында.

Һауаларҙа осҡан ай мүктәрле
Ҡанат осҡайҙары селтәрле
ышанмайыҡ, дуҫтар, был донъяға
Алдап юлдар үлтерә күптәрҙе.

Урал ғына беҙҙең еребеҙ
Алыҫ ҡалды беҙҙең илебеҙ
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, беҙ ҡалырбыҙ
Тутығыр ҙа беҙҙең юлыбыҙ.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.97 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8